11 декабрь, Йәкшәмбе

17 декабрь 2015 йыл, 13:01

Башҡортостанда киҙеүгә ҡаршы иммунизация планы 100 процентҡа үтәлгән

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 17 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Төбәктә киҙеүгә ҡаршы халыҡты иммунизациялау буйынса план 100 процентҡа үтәлгән. Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, бөгөнгә республикала 1 миллион 166 мең кеше киҙеүгә ҡаршы прививка яһатҡан. Шул иҫәптән милли календарь сиктәрендә миллион кешегә (шуларҙың 300 меңе — балалар), өҫтәмә финанслау сығанаҡтары иҫәбенә 166 меңдән ашыу кешегә прививка эшләнгән.

Киҙеү һәм киҫкен респиратор вирусы инфекцияһы миҙгеленә әҙерлек сиктәрендә Башҡортостанда вирусҡа ҡаршы препараттар запасы, 1,2 миллион дана медицина битлеге тупланған. 808 үпкәне яһалма елләтеү аппараты һәм 770 пульсоксиметр бар. Эпидемия көсәйгән мәлдә сирлеләрҙе ҡабул итеү өсөн 5080 койка ҡуйыу планлаштырыла.

Әлеге ваҡытта республикала 224 меңдән ашыу киҫкен респиратор вирусы инфекцияһы менән сирләү осраҡтары теркәлгән, уҙған аҙнала — 19 мең. Халыҡтың ауырыу кимәле эпидемик сиктән 13,7 процентҡа түбән. Киҙеү осраҡтары теркәлмәгән.