3 декабрь, Шәмбе

17 декабрь 2015 йыл, 11:45

Өфөлә «Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ үҙгәрә» Бөтә Рәсәй форумы асылды

фото: автор фотоһы

ӨФӨ, 2015 йыл, 17 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Өфөләге Конгресс-холда «Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ үҙгәрә» Бөтә Рәсәй форумы асылды. Уның ойоштороусылары булып Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы, Башҡортостан Хөкүмәте сығыш яһай.

Сарала йәмәғәт ойошмалары, бизнес, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә эшләүсе компания вәкилдәре, торлаҡ һәм төҙөлөш өлкәһендә күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты етәкселәре, Рәсәй субъекттары вәкилдәре — илдең 80 төбәгенән 500 самаһы делегат ҡатнаша.

Форумдың тәүге көнөндә пленар ултырышта торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың 2020 йылға тиклемге үҫеш стратегияһы менән таныштырыу сараһы, «Ремондис» компанияһы менән стратегик хеҙмәттәшлек тураһындағы меморандумға ҡул ҡуйыу, биш түңәрәк өҫтәл була.

18 декабрҙә форум эшен дауам итә. Иртән Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы вәкилдәре һәм Дәүләт Думаһы депутаттары журналистар менән осраша. Һуңынан торлаҡ-коммуналь хужалыҡта йәмәғәт контролен тормошҡа ашырыу мәсьәләләре буйынса кәңәшмә уҙа. Дискуссия майҙансығында эшҡыуарлыҡ вәкилдәре презентация менән сығыш яһаясаҡ. Артабан программала ике түңәрәк өҫтәл, кәңәшмә һәм күсмә саралар ҡаралған.

Торлаҡ ҡануниәтендәге яңылыҡтар, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә йәмәғәт контроле үҙәктәренең эше, «Грамоталы ҡулланыусы мәктәбе» проектын ғәмәлгә ашырыу, авария хәлендәге торлаҡ, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын утилләштереү, «ГИС ЖКХ» системаһын индереү, капиталь ремонт үткәреү мәсьәләләре тикшерелә.

Пленар ултырыштар, шулай уҡ түңәрәк өҫтәл сиктәрендә фекер алышыуҙар Рәсәй Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының рәсми сайтында онлайн режимда күрһәтелә.