8 декабрь, Кесе йома

17 декабрь 2015 йыл, 10:37

Яңы йыл алдынан баш ҡалала электр транспортында юл хаҡы арзаная

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 17 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Яңы йыл алдынан Өфөлә электр транспортында юл хаҡы арзаная. Муниципаль электр транспорты идаралығы хәбәр итеүенсә, 28 декабрҙән 10 ғинуарға тиклем билет хаҡы ҡулаҡса менән иҫәпләшкәндә 18 һум урынына 15 һум тәшкил итәсәк. Транспорт картаһы һәм юл йөрөү билеты буйынса йөрөү өсөн тарифтар элекке күләмдә һаҡлана.