4 декабрь, Йәкшәмбе

17 декабрь 2015 йыл, 10:03

Өфөлә Ринат Камалдың «Мединститут» эше» романының исем туйы үтә

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 17 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 18 декабрҙә Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә танылған яҙыусы Ринат Камалдың «Мединститут» эше» тип аталған яңы романының исем туйы уҙғарыла. Сара көндөҙгө сәғәт 3-тә башлана.

Ринат Камал — Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы, Рәшит Әхтәри исемендәге әҙәби премия лауреаты. Ул ХХ быуаттың 90-сы йылдарында яҙа башлай. 1993 йылда «Бәлә» исемле тәүге китабы донъя күрә. 2010 йылда «Әлфирә» романы өсөн Ринат Камалға Салауат Юлаев исемендәге премия тапшырыла. Яҙыусы — республикалағы ҡатмарлы һәм драматик хәл-ваҡиғалар, халыҡ тормошо хаҡында бәйән иткән бик күп повестар һәм 12 роман авторы. Китаптарының геройҙары тормош ауырлыҡтарын лайыҡлы кисерә, төрлө хәлдәрҙә лә әхлаҡи принциптарына тоғро кеше булып ҡала.

темалар: әҙәбиәт