11 декабрь, Йәкшәмбе

16 декабрь 2015 йыл, 17:02

Башҡортостанда «Матбуғат балы» премияһына дәғүә итеүселәр өсөн тауыш биреү башланды

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 16 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Республикала «Матбуғат балы» премияһына дәғүә итеүселәр өсөн тауыш биреү башланды. Ғәҙәттәгесә, асыҡ тауыш биреү юлы менән «Йыл журналисы», «Иң яҡшы матбуғат хеҙмәте», «Мәғлүмәттәр йәһәтенән иң асыҡ компания», «Иң яҡшы корпоратив баҫма» билдәләнә.  

«Йыл журналисы» номинацияһында премияға 27 республика һәм район киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре дәғүә итә. Бөгөн «Башҡортостан ҡыҙы» журналынан Гөлнара Хәлфетдинова менән Башҡортостан юлдаш телеканалының мәғлүмәт хеҙмәтенән Альбина Хәйруллина алда бара. Башҡа өс номинацияларҙа — өсәр дәғүәсе. Бойондороҡһоҙ сайтта теркәлгән ҡулланыусылар ғына кандидат өсөн тауыш бирә ала. Тауыш биреү 17 декабрҙә киске сәғәт 6-ла тамамлана.

Матбуғат балы 21 декабрҙә Өфөлә ойошторола.