10 декабрь, Шәмбе

16 декабрь 2015 йыл, 16:07

Рәсәй банкы илдең тәүге түләү картаһы хөрмәтенә тура мөйөшлө тәңкә сығарҙы

фото: Рәсәйҙең Үҙәк банкы

ӨФӨ, 2015 йыл, 16 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. 15 декабрҙә Рәсәй банкы әйләнешкә «Рәсәйҙең Милли түләү системаһының тәүге түләү карталарын сығарыу» өс һумлыҡ иҫтәлекле көмөш тәңкәләр сығарҙы. Ул биш мең дана эшләнгән. Тәңкә 51 миллиметр оҙонлоҡтағы һәм 32 миллиметр киңлектәге түңәрәкләнгән дүрт мөйөшлө формала. Ҡиммәтле металдың ауырлығы — 31,1 грамм, 925-се келәймәле, каталогтағы номеры — 5111-0310.

Иҫтәлекле тәңкә Милли түләү карталары системаһының тәүге «Мир» карталарын сығарыуға арнала. 2016 йылдың өсөнсө кварталында илдәге финанс учреждениеларының 90 проценты ошо карталарҙы ҡабул итәсәк, тип планлаштыра Милли түләү карталары системаһы.

2014 йылдың мартында Ҡырымдың ҡушылыуына бәйле Рәсәйгә ҡарата санкциялар индерелгәндән һуң шәхси түләү карталары системаһын булдырыу зарурлығы барлыҡҡа килде. Ул саҡта «Visa» һәм «MasterCard» халыҡ-ара түләү системалары тарихта икенсе тапҡыр бер нисә Рәсәй банкы карталарын хеҙмәтләндереүҙе өлөшләтә туҡтатты.