Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.35 ↑

EUR 63.18 ↑

20 ғинуар, Йома

Уфа   °

Республиканың кейеҙ коллекцияһы «Этно-Эрато» конкурсында наградалар яуланы

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 16 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Республика халыҡ ижады үҙәгендәге «Урал» галереяһының «Ҡышлау» кейеҙҙән тегелгән кейемдәр коллекцияһы «Этно-Эрато» III Евразия юғары милли модаһы конкурсында ҡатнашты. Башҡортостан дизайнерҙарының эше юғары баһаланды һәм «Көнсығыш костюмы» номинацияһында икенсе урынға, шулай уҡ бәйгенең төп бүләгенә — «Профессионализм өсөн» номинацияһында «Алтын ҡайсы»ға лайыҡ булды. Был хаҡта Республика халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр.

«Этно-Эрато» Евразия юғары милли кейем модаһы конкурсы Төбәк-ара хеҙмәттәшлек, милли сәйәсәт һәм дини ойошмалар менән бәйләнеш департаменты етәкселегендә Мәскәү Хөкүмәте бинаһының ҙур залында уҙҙы. Конкурсҡа Рәсәйҙең 39 төбәгенән, шулай уҡ Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Грузия, Әрмәнстандан билдәле дизайнерҙар һәм модельерҙар килгәйне.

«Этно-Эрато» бәйгеһе — заманса модаға ярашлы тегелгән традицион этник костюмдың үҙенсәлекле ҡиммәттәрен күрһәтеү. Сара кейемдәге милли традицияларҙы өйрәнеүгә булышлыҡ итеү, төрлө халыҡтарҙың мәҙәниәтенә һәм сәнғәтенә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү маҡсатында уҙғарыла.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть