5 декабрь, Дүшәмбе

16 декабрь 2015 йыл, 14:16

Рәсәй почтаһы Яңы йыл байрамдарында эш режимын билдәләне

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 16 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Рәсәй почтаһының Башҡортостан филиалында Яңы йыл байрамдарында бүлексәләрҙең эш режимы билдәләнде.

31 декабрҙә һәм 6 ғинуарҙа эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара. 1,2,7 ғинуар — ял көндәре. 3, 4, 5, 8, 9, 10 ғинуарҙа почта бүлексәләре ғәҙәти режимда эшләй.

темалар: почта, яңы йыл