Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.56 ↓

EUR 68.55 ↑

26 сентябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостан Хөкүмәтендә ҡаҙна килемен арттырыу мөмкинлектәре тикшерелде

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 16 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Башҡортостан Хөкүмәтендә ҡаҙна килемен арттырыу мәсьәләләре буйынса ведомство-ара комиссия ултырышы үтте. 2014 йыл йомғаҡтары буйынса республиканың йән башына уртаса һалым килеме буйынса 48-се урында булыуы билдәләнде. Ағымдағы йылдың 11 айында төбәк, «Башнефть» иҫәбенә 8 миллиард һумға «арттырып», 40-сы урынға күтәрелде. Төп бурыс — тәүге утыҙ исемлегенә инеү.

Һәр муниципаль берәмектә һалым йыйыу буйынса махсус комиссиялар эшләй. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов уларҙың һөҙөмтәлелеген баһаланы. «Ҡайһы бер муниципалитеттарҙа, мәҫәлән, Өфө һәм Учалы райондарында эш бик яҡшы ойошторолған. Һалымдар алынып етмәгән райондар ҙа бар. Етешһеҙлектәр күҙгә күренеп тора. Мәҫәлән, Ҡырмыҫҡалыла — былтырғы пландың үтәлешенән 82 процент, Хәйбуллала — 84, Ағиҙелдә 79 процент. Саҡмағош районы физик берәмектәр килеменә һалым буйынса уҙған йылдың кимәленә ҡарата 89 процент, Стәрлетамаҡ иһә 83 процент үтәгән. Ябайлаштырылған система буйынса: Благовар районы — былтырғы менән сағыштырғанда 61 процент, Йылайыр районы — 69 процент. Физик берәмектәрҙең милкенә һалым: Мишкәлә — 85, Бүздәк районында 92 процент. Йәки ергә һалым — республика буйынса үҫеш 13 процент, Күгәрсен районы иһә 49 процентҡа үтәгән. Хәл итәһе проблемалар етерлек», — тине Премьер-министр.

Хеҙмәт хаҡы артмағас, физик берәмектәр килеменә һалымдың артыуы көтөлмәй тип билдәләнде. Шуға күрә бюджетты үтәү өсөн бөтә мөмкинлектәрҙе файҙаланырға кәрәк. Һалым һалыу объекттарын законлаштырыу темаһына айырыуса иғтибар бүленде. Һалымдың һәр төрө буйынса методиканы яңыртыу планлаштырыла.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть