3 декабрь, Шәмбе

16 декабрь 2015 йыл, 10:44

Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжмигә арналған китап донъя күрҙе

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 16 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә башҡорт, татар һәм рус телдәрендә «Йырҙың булмай һуңлағаны» исемле китап донъя күрҙе. Башҡорт драма театрында уҙған Шиғриәт балында ошо китап менән таныштырыу уҙғарылды.

Баҫмала тупланған бөтә шиғырҙар һәм поэмалар Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжмигә арналған. Авторҙар араһында танылған башҡорт, татар шағирҙары Сәйфи Ҡудаш, Мостай Кәрим, Хәсән Туфан, Рауил Бикбаев, Әнғәм Атнабаев, Ҡәҙим Аралбай, Александр Филиппов, Абдулхаҡ Игебаев, Роберт Миңнуллиндың исемдәре бар. Йыйынтыҡҡа үҙешмәкәр шағирҙарҙың — Дүртөйлө районының «Тулҡын» ижад берекмәһе ағзалары һәм Назар Нәжми исемендәге башҡорт гимназияһы уҡыусыларының әҫәрҙәре лә ингән.

Китаптың төҙөүсеһе һәм инеш һүҙ авторы Фәниә Ғәбиҙуллина баҫманы әҙерләү буйынса ҙур тикшеренеү эше башҡарған. Китап 300 дана тираж менән баҫылған.

«Яҡташым, бөйөк шағир Назар Нәжмигә бағышланған шиғырҙарҙы уҡығанда үҙем өсөн байтаҡ яңылыҡ астым һәм шуларҙың барыһын да китап уҡыусыларға еткерергә теләнем», — ти китапты төҙөүсе.

темалар: китап сығарыу