4 декабрь, Йәкшәмбе

16 декабрь 2015 йыл, 9:53

Төбәктә Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты йәлеп ителгәндән һуң 80 миллион һумлыҡ һатып алыуҙар ғәмәлдән сығарылды

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 16 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Бер йылда республикала Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты ағзалары дөйөм суммаһы 200 миллион һумдан ашыу булған бер нисә тиҫтә шикле һатып алыуҙарҙы асыҡлаған. Йәмәғәтселекте йәлеп иткәндән һуң 80 миллион һумлыҡ һатып алыуҙар ғәмәлдән сығарылған. Төбәк «Ғәмәлдәр форумында» Наил Нурғәлиев «Намыҫлы һатып алыуҙар өсөн» проектының эше менән таныштырҙы.

«Йәмғиәт һәм власть» эшсе төркөмө майҙансығында ғәҙәти булмаған һатып алыуҙар яңғыраны. Быны Стәрлетамаҡ ҡалаһының «Межрайкоммунводоканал» муниципаль унитар предприятиеһы башҡарған. Улар араһында — 2,5 миллион һумға «Таныш булмаған ҡыҙ» скульптураһын әҙерләү һәм килтереү, 5 миллион һумға консультация хеҙмәттәрен күрһәтеү.

Эксперттар Яңы йыл алды кисәләрен үткәреү өсөн ҙур һатып алыуҙарҙы ла асыҡлаған, сөнки илдәге ҡатмарлы иҡтисади шарттарҙа был бөтөнләй мөмкин түгел.

Әүҙем ағзалар шулай уҡ ҡиммәтле автомобилдәр һатып алыуҙың өс осрағын асыҡланы. Әммә ҡиммәтле автомобилдәр һатып алыуҙы зиннәтле машиналарҙы ҡуртымға алыуға алмаштырыу осраҡтары ла бар. Бындай хәл Стәрлетамаҡта күҙәтелгән. Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты ҡатнашлығында 24 миллион һумлыҡ һатып алыу ғәмәлдән сығарылды.

Наил Нурғәлиев һүҙҙәренсә, «Намыҫлы һатып алыуҙар өсөн» проектының һөҙөмтәһе күренә. Эш күп планлы һөҙөмтә бирә. Шул иҫәптән граждандар йәмғиәтен контролдә тотоу, шулай уҡ социаль һәм иҡтисади һөҙөмтәләр. Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты ағзаларының ошо эшмәкәрлеге дауам итәсәк.