Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

24 февраль, Йома

Уфа   °

Салауат башҡорт драма театрында «Ҡырмыҫҡа иләүе» лирик комедияһының премьераһы була

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 15 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

15 декабрҙә Салауат дәүләт башҡорт драма театрында «Ҡырмыҫҡа иләүе» лирик комедияһының премьераһы була. Дамир Йосоповтың пьесаһы буйынса спектаклде режиссер Айҙар Зарипов ҡуйған. Ҡуйыусы рәссамы — Лилиә Сөләймәнова, музыкаль яҡтан Яҡуп Шәрипов биҙәй. Проект Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы ҡарамағындағы заманса драматургияға ярҙам күрһәтеү буйынса федераль грантҡа лайыҡ булған.

Спектаклдә танылған актерҙар: Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Гөлсәсәк Шәрипова, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Гөлфирә Сафиуллина, Нәүфилә Яҡупова, Фәтих Ҡолһарин, Яҡуп Шәрипов, Ринат Ибәтуллин, шулай уҡ театрҙың талантлы йәштәре Рафаэль Ғәйнуллин, Мирас Йомағужин, Револь Ғималов һәм башҡа актерҙар ҡатнаша.

Спектакль рус теленә тәржемә ителә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть