3 декабрь, Шәмбе

15 декабрь 2015 йыл, 15:03

Төбәктә онкология сирҙәре 11 процентҡа артҡан

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 15 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостанда Роспотребнадзор идаралығы 2010-2014 йылдарҙа яман шеш менән ауырыу һәм ошоға бәйле үлем осраҡтары тураһында статистика мәғлүмәттәрен баҫтырып сығарҙы. Тикшереү республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә нигеҙләнгән. Былтыр онкология ауырыуҙары 11 процентҡа тиерлек артҡан һәм 100 мең кешегә 1884 сирле тура килгән. Күрһәткес Баймаҡ районында 742-нән алып Салауатта 3000-гә тиклем үҙгәрә.

Тәүге урында — һөт биҙе яман шеше (12,4 процент). 2005 йылға тиклем был төр дүртенсе урынды биләне, 2003 йылдан икенсе, 2011 йылдан иһә беренсе урында.

Икенсе урында — ҡурылдай, үпкә (11,3 процент), өсөнсөлә — тире (9,6 процент), дүртенселә простата биҙенең яман шеше (8,4 процент) тора.

Биш йылда яман шештән үлем осрағы 8 процентҡа артҡан. 2014 йылда 5686 онкологик сирле үлгән, шуларҙың 27-һе — бәлиғ булмағандар. Үлемгә килтереүсе ауырыуҙарҙан тәүге урында тын юлдары (18,6), икенселә — ашҡаҙан (11), өсөнсөлә — һөт биҙе яман шеше (9 процент).  

Биш йылда балалар араһында онкология сирҙәре 21,6 процентҡа кәмегән һәм былтыр 100 мең балаға (14 йәшкә тиклем) 11,6 ауырыу тура килгән.

темалар: статистика