8 декабрь, Кесе йома

15 декабрь 2015 йыл, 14:39

Башҡортостанда Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк «Ғәмәлдәр форумы» асылды

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 15 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостанда Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк «Ғәмәлдәр форумы» эшләй башланы. Өфөләге өс майҙансыҡта ижтимағи хәрәкәт эксперттары һәм ағзалары министрлыҡ, ведомство вәкилдәре менән Рәсәй Президентының май указдарының үтәлешен анализлай.     

Алты эшсе төркөм — «Йәмғиәт һәм власть», «Мәғариф һәм мәҙәниәт», «Социаль ғәҙеллек», «Көндәлек тормош сифаты», «Ғәҙел иҡтисад», «Экология һәм урманды һаҡлау» — Башҡортостан Башлығына форум йомғаҡтары буйынса үҙҙәренең тәҡдимдәрен еткерәсәк.