5 декабрь, Дүшәмбе

15 декабрь 2015 йыл, 14:00

Республикала Яңы йыл почта маркалары һатыла башланы

фото: Башҡортостан Федераль почта элемтәһе идаралығы

ӨФӨ, 2015 йыл, 15 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостанда почтамттарҙа Яңы йыл почта маркалары һатыла башланы. «Марка» нәшриәт үҙәгендә сығарылған 35 һумлыҡ ике меңдән ашыу дана Өфө, Ишембай, Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Белорет һәм Күмертау бүлексәләренә килтерелде.

«Маркаларҙа Мәскәү Кремленең ҡышҡы панорамаһы төшөрөлгән. Улар Ҡыш бабайға хат яҙыусы балаларҙа ҙур һорау менән файҙаланыр, моғайын», — тип фаразланылар Башҡортостан Федераль почта элемтәһе идаралығында.