6 декабрь, Шишәмбе

15 декабрь 2015 йыл, 12:36

Төбәктә көндәрҙең һалҡынайыуы көтөлә

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 15 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, был аҙнала республикала бер аҙ һыуыта.

Алдағы өс көндә синоптиктар йылы һауа торошо вәғәҙәләй, урыны менән бер аҙ ҡар яуасаҡ. 16,17 декабрҙә көслө ҡар яуыуы күҙаллана. Һауа температураһы көндөҙ 3-8 градус һалҡын, төндә 10, аяҙайтҡанда 15 градусҡа тиклем һыуыҡ.

Аҙнаның икенсе яртыһында һалҡындар көтөлә. Һауа температураһы төндә 15-20, республиканың көнсығышында 25 градусҡа тиклем төшәсәк. Көндөҙ 10-15, айырым райондарҙа 20 градусҡаса һалҡын. Йәкшәмбе, 20 декабрҙә, циклон яҡынлашыуы сәбәпле бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Буран сығыуы ихтимал.

Уҙған аҙнала йылы һауа торошо ошо осорҙағы норманан 6 градусҡа юғары булды (норма — 9 градус һалҡын).