9 декабрь, Йома

15 декабрь 2015 йыл, 10:34

Хәмит Мәүлийәров Рәсәйҙең Төҙөлөш министрлығы башлығы урынбаҫары вазифаһына тәғәйенләнде

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 15 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Хәмит Мәүлийәров Рәсәйҙең төҙөлөш министры урынбаҫары вазифаһына тәғәйенләнде. Ул ведомствоның ҡала төҙөлөшө эшмәкәрлеге һәм архитектура департаменты эше өсөн яуап бирәсәк. Был вазифала Хәмит Мәүлийәров биләмәләрҙе планлаштырыу һәм ер төҙөлөшө менән шөғөлләнәсәк Юрий Рейльянды алмаштырҙы, тип хәбәр итә РИА Новости.

«Мәүлийәров Хәмит Дәүләтйәр улын Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары итеп тәғәйенләргә», — тиелә Рәсәй Хөкүмәтенең 2015 йылдың 11 декабрендәге бойороғонда.

Яңы урынбаҫар ведомствоның сметала ҡаралған нормаға һалыу һәм хаҡтар билдәләү буйынса эшсе төркөмөн етәкләйәсәк.

2004-2008 йылдарҙа Хәмит Мәүлийәров Башҡортостандың Төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министрлығын етәкләне. Һуңынан Рәсәй Президентының контроль идаралығында эшләне, унда ул төбәк үҫеше мәсьәләләре һәм милли әһәмиәттәге проекттар өсөн яуап бирҙе. 2012-2015 йылдарҙа «Олимпстрой» дәүләт корпорацияһының беренсе вице-президенты вазифаһын биләне.