Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↓

EUR 61.96 ↓

28 март, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда Экология министрлығы ҡалдыҡтар менән эш итеүҙе оптималләштерергә ниәтләй

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 15 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Башҡортостанда Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы ҡалдыҡтар менән эш итеү схемаһын әҙерләү өсөн башланғыс хаҡы 6 миллион һумдан ашыу тәшкил иткән дәүләт заказын үтәүсе эҙләй. Тендер документацияһында аңлатылыуынса, «Экология һәм тәбиғәт ресурстары» республика программаһы һәм «Етештереү һәм ҡулланыу ҡалдыҡтары тураһында» федераль законға үҙгәрештәр индереү тураһында»ғы 458-се Федераль законға ярашлы коммуналь хеҙмәттәрҙең эшен килтереү проекттың нигеҙе булып тора.

Башҡарыусы тикшеренеү эшен алып барырға һәм төбәк операторының ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса эш схемаһын төҙөргә мөмкин булған материал тәҡдим итергә тейеш.

Төп маҡсат — экологик йөкләмәне, ҡалдыҡтарҙы  кәметеү.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть