11 декабрь, Йәкшәмбе

14 декабрь 2015 йыл, 16:13

22 декабрҙә Өфөлә республика Башлығы шыршыһы үткәрелә

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 14 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. 22 декабрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында төп Яңы йыл иртәлеге — республика Башлығы шыршыһы үткәрелә. Байрамға республиканан 780 бала саҡырылған. Улар араһында — уҡыу алдынғылары, мәктәп олимпиадаларында, ил һәм төбәк фестивалдәрендә, конкурстарҙа, спорт ярыштарында еңеүселәр, хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәләк булған хәрбиҙәрҙең һәм эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренең, аҙ тәьмин ителгән ишле ғаиләләрҙең балалары.

Быйыл уҡыусыларға «Яңы йыл биттәре буйлап, йәки Әкиәт урлаусылар» тигән спектакль күрһәтелә. Режиссер Илшат Фәхертдинов һүҙҙәренсә, тамашаның төп геройы — балаларға иң яҡшы әкиәт китаптары бүләк итергә теләүсе Ҡыш бабай. Уны асҡандан һуң, ул һәр әкиәттә ниндәйҙер мөһим деталдең йәки төп геройҙың юҡҡа сығыуын асыҡлай. Мәҫәлән, Пушкиндың «Балыҡсы һәм балыҡ тураһында» әкиәтендә — балыҡ, Ҡыҙыл башлыҡта иһә уның башлығы юғалған.

Ролдәрҙе Петр Шеин исемендәге «Өсөнсө быуын» театры актерҙары һәм «Башҡортостан» дәүләт концерт залының ижади коллективтары башҡара.

Бынан тыш, ҡунаҡтарҙы концерт залы фойеһында традицион программа: уйын-көлкө, әйлән-бәйлән, күңелле конкурстар, викториналар көтә.