6 декабрь, Шишәмбе

14 декабрь 2015 йыл, 15:23

Башҡортостан — торлаҡты сафҡа индереү буйынса Волга буйы федераль округында лидер

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 14 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостан — торлаҡты сафҡа индереү буйынса Волга буйы федераль округында лидер. Башҡортостанстат мәғлүмәттәре буйынса, ағымдағы йылдың ғинуар-ноябрь айҙарында төбәктә финанслауҙың бөтә сығанаҡтары иҫәбенә дөйөм майҙаны 2406,1 мең квадрат метрлыҡ 29,5 мең фатир сафҡа индерелгән. Уҙған йылдың ошо уҡ осорона ҡарата күрһәткес 2,5 процентҡа артҡан. 1000 кешегә 591 квадрат метр торлаҡ төҙөлгән.

Халыҡ үҙ иҫәбенә һәм кредиттар ярҙамында дөйөм майҙаны 1536,3 мең квадрат метрлыҡ 13,4 мең шәхси йорт һалған. Был күрһәткес былтырғы менән сағыштырғанда 6,4 процентҡа кәмегән. Уларҙың торлаҡ төҙөлөшө структураһындағы өлөшө 63,8 процент тәшкил иткән. Республика предприятиелары һәм ойошмалары сафҡа индергән торлаҡ күләме 23,4 процентҡа артҡан һәм 869,8 мең квадрат метр тәшкил иткән. Шуларҙың 82,1 мең квадрат метры (9,4 проценты) эконом класлы торлаҡ стандарттарына тап килә.

Төҙөлөш, инвестициялар һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың статистика бүлегендә 2015 йылдың 11 айы йомғаҡтары буйынса Башҡортостандың торлаҡты сафҡа индереү буйынса Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында беренсе урынды биләүен һыҙыҡ өҫтөнә алдылар. Артабан Татарстан килә — 2098,6 мең квадрат метр, Һамар өлкәһе — 1424,0, Нижегород өлкәһе — 1094,6, Ырымбур өлкәһе — 1029,1, Мордовия Республикаһы — 234,9.