Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.70 ↓

EUR 69.40 ↑

15 декабрь, Йома

Уфа   °

Баш ҡалала IT-инкубатор асылды

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 14 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Өфөнөң бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уға ярҙам күрһәтеү фондында IT-инкубатор — мәғлүмәт технологиялары өлкәһендәге эшҡыуарлыҡ проекттарын ғәмәлгә ашырыу өсөн 60 эш урыны булған майҙансыҡ асылды.

Яңы эш башлаусы бизнесмендарға һәм фрилансерҙарға IT-инкубатор дүрт урынлыҡ офистар, мебель, интернет, белем биреү программалары тәҡдим итә. Бер эш урынының хаҡы — 2000 һум.

Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты хәбәр итеүенсә, IT-технологиялар өлкәһендә өс йыл самаһы эшләгән Өфө эшҡыуарҙары резидент статусын алыу мөмкинлегенә эйә. Проекттары уңышлы тип табылған эшҡыуарҙарға өҫтөнлөк бирелә: офисты ташламалы хаҡ буйынса ҡуртымға алыу, эксперттарҙың бушлай ярҙамы һәм уҡытыу.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть