9 декабрь, Йома

14 декабрь 2015 йыл, 11:50

Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Фәндәр академияһының дөйөм йыйылышында сығыш яһаны

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 14 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 11 декабрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республика Фәндәр академияһының дөйөм йыйылышында сығыш яһаны. Ултырыш башланыр алдынан төбәк етәксеһе Башҡортостан Фәндәр академияһының эшмәкәрлегенә һәм ғилми эштәренә арналған күргәҙмә менән танышты, ғалимдарға республиканың сәнәғәт предприятиелары менән үҙ-ара әүҙем эш итеү кәрәклеген билдәләне.

– Власть фәнгә таянмайынса эшләй, дөрөҫ һығымта яһай, йәмғиәтте үҫтереүҙең дөрөҫ йүнәлештәрен билдәләй алмай, – тине Рөстәм Хәмитов. – Беҙгә, һис шикһеҙ, һөҙөмтәләр кәрәк. Бөгөн республикаға ыңғай үҙгәрештәр талап ителә. Башҡортостан Фәндәр академияһы эшләргә тейеш, шуның менән бергә яңы идара итеү формалары кәрәк, тип иҫәпләйбеҙ. Бынан алдағы 10-15 йыл һеҙҙең эшегеҙ күҙлегенән емешле булһа ла, алға китеш күҙәтелмәне.

Ғилми берләшмәгә ышаныу амбициялы бурыстар һәм яңы йүнәлештәр булмауҙы кәметә, тип билдәләне республика Башлығы.

– Бөгөн тәбиғи, инженер фәндәренең торошо донъя талаптарына яуап бирмәй, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды төбәк етәксеһе. – Икенсе яҡтан, корпорация, ҙур компания, урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡтың фән менән ҡыҙыҡһынмауын күрәбеҙ. Ҙур компанияның үҙенең киләсәген фән аша финанслауы – бик һирәк осраҡ.

Республика етәксеһе ҡуйған стратегик бурыстар иҫәбендә – кешегә йүнәлеш алыу, талап ителгән инновацияларға баҫым яһау, яңы тармаҡтар, фәнгә дәүләт заказын булдырыу һәм инновация эшмәкәрлеген әүҙемләштереү.

темалар: фән, бр башлығы