6 декабрь, Шишәмбе

11 декабрь 2015 йыл, 18:17

Рәсәйҙә 6 миллиондан ашыу бәләкәй һәм урта предприятиелар, шәхси эшҡыуарҙар яңынан иҫәпләнәсәк

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 11 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Рәсәйҙә 6 миллиондан ашыу бәләкәй һәм урта предприятиелар, шәхси эшҡыуарҙар яңынан иҫәпләнәсәк. Росстат илдең бөтә төбәктәрендә күләмле статистик тикшереү уҙғара.

«2016 йылда Дөйөм статистик күҙәтеү барышында яҡынса 2,8 миллион бәләкәй, 16 мең урта предприятиены һәм 3,6 миллион шәхси эшҡыуарҙы йәлеп итеү күҙаллана», — тип аңлатма бирҙе Росстат етәксеһе урынбаҫары Ирина Масакова.

Алдан хәбәр ителгәнсә, 300-ҙән ашыу урта, 53,5 мең бәләкәй предприятие һәм 85,6 мең шәхси эшҡыуар Башҡортостан статистиктарының иғтибар үҙәгендә буласаҡ. Законға ярашлы, Дөйөм күҙәтеүҙә ҡатнашыу бөтә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары өсөн мотлаҡ. Тулыраҡ мәғлүмәт Башҡортостанстаттың рәсми сайтында бирелгән.