Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

25 июнь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Баш ҡалала «Медиапрофи-2015» республика журналистар премияһы еңеүселәренең исеме билдәле булды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 11 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Өфөлә «Медиапрофи-2015» республика журналистар премияһы еңеүселәренең исеме билдәле булды. Быйылғы бәйгенең темаһы — «Үҫеш нөктәләре». Жюри уңышлы эшҡыуарлыҡ башланғыстары, етештереүҙе үҫтереү, урындағы властың уңайлы эш мөхите булдырыу йәһәтенән тырышлығы хаҡындағы иң яҡшы эштәрҙе һайлап алды. Конкурсҡа республика һәм муниципаль киң мәғлүмәт саралары журналистарының 200-ҙән ашыу эше ҡабул ителде.

Һәр номинацияла «республика» һәм «муниципаль киң мәғлүмәт саралары» категориялары буйынса еңеүселәр билдәләнде. «Иң яҡшы репортаж» өсөн наградаға «Комсомольская правда-Уфа» гәзитенән Дарья Петрова һәм Бөрөнөң «Победа» гәзите хәбәрсеһе Ольга Тимофеева лайыҡ булды. «Иң яҡшы очерк»ты «Ватандаш» журналы мөхәррире Эльвира Халиҡова һәм Октябрьский ҡалаһынан «Тыуған яҡ» гәзите хәбәрсеһе Сәлиә Ғарифуллина яҙған. «Комсомольская правда» гәзите фотографы Тимур Шәрипҡолов фоторепортаж өсөн махсус награда алды. «Иң яҡшы интернет-проект» номинацияһында эшҡыуарлыҡ тураһында мәҡәләләр шәлкеме өсөн «Башинформ» агентлығынан Артур Басиров еңеүсе тип танылды. «Иң яҡшы интервью» номинацияһында — «Аргументы и факты» гәзите хәбәрсеһе Айгөл Мусина, «Сибайский рабочий» гәзите хәбәрсеһе Римма Юнысова, «Иң яҡшы аналитик материал» номинацияһында «Республика Башкортостан» гәзите хәбәрсеһе Алексей Шильников, Көйөргәҙе мәғлүмәт үҙәге хәбәрсеһе Гөлназ Йәғәфәрова еңеп сыҡты.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть