6 декабрь, Шишәмбе

11 декабрь 2015 йыл, 17:06

Йома «Салауат Юлаев» «Спартак» менән уйнай

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 11 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. 11 декабрҙә «Салауат Юлаев» традицион Беренсе канал кубогы алдынан Континенталь хоккей лигаһының һуңғы матчын үткәрә.

Ҡунаҡта өфөләр Мәскәүҙең «Спартаг»ы менән осраша.

Унан алда башҡорт командаһы Санкт-Петербургта СКА командаһынан 3:5 иҫәбе менән еңелде.

Шул уҡ көндә «Спартак» уйынсылары буллиттар буйынса Магнитогорскиҙың «Металлург»ын еңде — 3:2.

Уйын Мәскәү ваҡыты буйынса киске 8-се яртыла башлана.

темалар: хоккей, кхл