10 декабрь, Шәмбе

11 декабрь 2015 йыл, 16:44

Өфөлә рәссам Михаил Нестеровҡа һәйкәл асылды

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 11 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 11 декабрҙә Өфөлә танылған рус рәссамы Михаил Нестеровҡа һәйкәл асылды. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республика халҡын ошо ваҡиға менән ҡотланы.

– Бөгөн тыуған ҡалаһында Нестеровҡа һәйкәл ҡуйыуҙарын теләгән өфөләрҙең хыялы тормошҡа ашты. Күп быуын Михаил Васильевич тураһындағы хәтерҙе мәңгеләштереү хыялы менән янды, – тине республика етәксеһе. – Барыһын да һәйкәл асылыу менән ҡотлайым. Уны эшләүҙә ҡатнашыусыларҙың һәммәһенә лә рәхмәт белдерәм.

Бейеклеге 3,6 метрлыҡ бронза һәйкәл М.В.Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы биләмәһендә ҡуйылған. Уның проектын Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Николай Калинушкиндың эскизы буйынса Өфө дәүләт сәнғәт академияһы доценты, Рәсәйҙең Рәссамдар союзы ағзаһы Владимир Лобанов менән бергә Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Фирдант Нуриәхмәтов эшләгән. Һәйкәл Башҡортостан Башлығы гранты иҫәбенә әҙерләнгән һәм ҡуйылған.

Рус һәм совет рәссамы Михаил Васильевич Нестеров 1862 йылдың 31 майында Өфөлә сауҙагәр ғаиләһендә тыуған. 12 йәшенә тиклем Өфөлә йәшәгән, гимназияла уҡыған. 1877-1881 йылдарҙа Мәскәү һынлы сәнғәт, һәйкәл ҡойоу һәм төҙөлөш училищеһында белем алған. 1880 йылдар аҙағында Нестеров тарихи темаларға яҙылған картиналар авторы булараҡ танылыу яулаған. «Пустынник» (1889), «Видение отроку Варфоломею» (1890), Сергий Радонежскийға арналған картиналар циклы, «На горах» (1896), «Два лада» (1905), «Святая Русь» (1906), «Три старца» (1915) эштәре киң билдәле. Уның башланғысы менән 1909 йылда Өфөлә Аксаков халыҡ йорто төҙөлгән, 1919 йылда Октябрь революцияһы исемендәге Художестволы Пролетар музейына нигеҙ һалынған. Һуңынан ул Башҡорт дәүләт художество музейы тип үҙгәртелгән. 1942 йылдың 18 октябрендә Мәскәүҙә вафат булған. Новодевичье зыяратында ерләнгән.