Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

21 август, Дүшәмбе

Уфа   °

Республика мосолмандары Бөтә Рәсәй донорҙар акцияһына ҡушыла

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 11 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/.

Башҡортостан мосолмандары Рәсәй мосолмандары Диниә назараты уҙғарған Бөтә Рәсәй донорҙар акцияһына ҡушыла. Ойоштороусылар әйтеүенсә, 12 декабрҙә 40 төбәктә 1000-дән ашыу кешене берләштергән милли әһәмиәттәге проект башлана.

Флешмобтың маҡсаты ― кеше ғүмерен ҡотҡарыу өсөн ҡорбан итеү. Сараның географияһы киң: Рәсәйҙең үҙәк өлөшө, Санкт-Петербург, Башҡортостан, Татарстан, Дағстан, Ингушетия, Ҡарасәй-Черкес, Ҡабарҙа-Балҡар һәм башҡа төбәктәр.

«Акция 12 декабрҙә Мәскәүҙә, спортсыларҙан алып дин әһелдәренә тиклем барыһы ла кешеләрҙе ҡотҡарыу теләге тураһында белдереү һәм үҙ миҫалында донор булыу ― гражданиндың почетлы бурысы икәнен раҫлау өсөн ҡан тапшырыу станцияларына килергә әҙер булғас, башлана», ― тип хәбәр иттеләр Рәсәй мосолмандары Диниә назаратының социаль-хәйриә эштәре департаментында.

Акция ирекмәндәр хәрәкәтенә ярҙам итеү, ҡалаларҙа йәштәр араһында донорлыҡ йүнәлешен үҫтереү, милләттең сәләмәтлеген һәм именлеген һаҡлау сиктәрендә йәмәғәтселектең иғтибарын ҡан етмәү проблемаһына йәлеп итеү маҡсатында уҙғарыла, тип хәбәр итә Рәсәй мосолмандары Диниә назаратының матбуғат хеҙмәте.

Теги: донорлыҡ
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть