5 декабрь, Дүшәмбе

11 декабрь 2015 йыл, 13:59

Төбәктә энергетиктар бюджет ойошмаларына йылылыҡ биреүҙе туҡтатыу менән янай

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 11 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостанда бюджет ойошмаларының энергетиктарға ҙур бурысы йыйылған. «Башҡортостан йылылыҡ бүлеү селтәрҙәре» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә хәбәр итеүҙәренсә, 388 бурыслы араһында — урындағы үҙидара, эске эштәр һәм көс структуралары органдары, дауаханалар, мәктәптәр, балалар баҡсалары. 2015 йылдың 1 декабренә уларҙың дөйөм бурысы — 367 миллион, шул иҫәптән Өфө ойошмаларының иһә 248,3 миллион һум тәшкил иткән.

«Бюджет ойошмалары коммуналь ресурстар өсөн түләүгә аҡсаны министрлыҡ һәм ведомстволарҙан ала. Айҙар буйына кисектерелгән бурыс уларҙың үҙ ваҡытында һәм тейешенсә финансланмауы хаҡында һөйләй», — тип аңлатма бирҙе «Башҡортостан йылылыҡ бүлеү селтәрҙәре» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Сергей Лыков.

Компанияла ҡулланыу режимына сикләү индерергә, әгәр санкция башланғандан һуң ун көн эсендә бурыстарын түләмәһәләр, йылылыҡ биреүҙе туҡтатырға хоҡуҡлы булыуҙарын иҫкә төшөрҙөләр.

Ойошмалар йылыһыҙ ҡалмаясаҡ, тип ышандыралар Өфө хакимиәтендә: бурысты түләй башлағандар һәм ул график, этап буйынса башҡарыла.