Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 60.14 ↑

EUR 67.14 ↓

23 июнь, Йома

Уфа   °

Башҡортостандан 114 уҡыусы Кремлгә Яңы йыл шыршыһына саҡырылған

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 11 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Башҡортостандан 114 уҡыусы Дәүләт Кремль һарайына Яңы йыл шыршыһына бара. Тамаша 26 декабрҙә үтә.

Делегация составына 8 йәштән 14 йәшкәсә уҡыусылар ингән. Улар — уҡыу алдынғылары, олимпиадаларҙа, ярыштарҙа еңеүселәр, балалар йорттарында һәм интернаттарҙа, социаль йәһәттән яҡланмаған ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүселәр, ата-әсәләре «ҡыҙыу нөктәләр»ҙә һәләк булған уҡыусылар. Сәфәрҙә уҡыусыларҙы 28 кеше: полицейскийҙар, уҡытыусылар һәм медицина хеҙмәткәрҙәре оҙатып барасаҡ.

Башҡортостан Мәғариф министрлығының тәрбиә һәм өҫтәмә белем биреү бүлегенең баш белгесе Рәмзиә Биҡҡужина хәбәр итеүенсә, байрамға саҡырылғандарҙың барыһы ла Өфөлә, Р.Ғарипов исемендәге башҡорт республика гимназия-интернатына йыйыла. 25 декабрҙә делегация махсус рейс менән Мәскәүгә оса. Һәммәһе лә «Измайлово» ҡунаҡхана комплексына урынлаштырыла. Төп Яңы йыл иртәлегенән тыш, уҡыусыларға «Кескәй йөрәк тураһында баллада» тигән театрлаштырылған тамаша күрһәтелә. Балалар өсөн Измайлов Кремле буйлап экскурсия ойошторола.

Уҡыусылар 27 декабрҙә Өфөгә әйләнеп ҡайтасаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть