6 декабрь, Шишәмбе

11 декабрь 2015 йыл, 12:07

Өфөлә «Көмөш Аҡбуҙат» халыҡ-ара кино фестивале ҡыҙыл келәм һәм фейерверк менән асылды

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 11 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөлә «Көмөш Аҡбуҙат» II Халыҡ-ара милли һәм этник кино фестивален асыу тантанаһы уҙҙы. Абруйлы ҡунаҡтар, 11 илдән һәм Рәсәй төбәктәренән килгән ҡатнашыусылар ҡыҙыл келәмдән үтте.

Быйыл кинофестиваль Евразия гуманистик форумы программаһына индерелгән. Унда ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар сараның презентацияһына саҡырылды. Режиссер Ринат Шакирйәнов ижади төркөм менән бергә матур тамаша әҙерләгән. Ер шарында — сәхнәнең төп экранында — Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы илдәренең мәҙәни атрибуттары бер-береһен алмаштырҙы. Һәр дәүләтте — Ҡытай, Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан, Һиндостан, Тажикстан, Үзбәкстан һәм Рәсәйҙе — бейеү аша таныштырҙылар.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов быйыл Аҡбуҙаттың ҡанаттары үҫеүен билдәләне. Вице-премьер фестивалде кинематографистарҙың билдәле кинохлопушкаһы менән асып ебәрҙе.

Тантананы популяр алып барыусы Фаягөл Дәүләтйәрова менән актер Анатолий Белый үткәрҙе. Тамашасылар конкурста ҡатнашыусы фильмдарҙан өҙөктәр ҡараны, башҡорт халҡының үҙенсәлекле мәҙәниәте менән танышты. Танылған ҡурайсы Роберт Юлдашев ҡурай һәм уның мөмкинлектәрен күрһәтте. Бер нисә көн элек донъя ҡуйған билдәле режиссер Эльдар Рязановты «Яҙмыш шаярыуы, йәки еңел пар менән!» фильмындағы шиғыр һәм бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алдылар. 12 декабрҙә Конгресс-холда сараны ябыу тантанаһында фестиваль еңеүселәренә Гран-при һәм сценарист, режиссер, оператор эше өсөн приздар тапшырыласаҡ.

«Көмөш Аҡбуҙат» халыҡ-ара фестиваленең жюри рәйесе, режиссер, актер Ходжакули Нарлиев фестивалдә ҡатнашыусыларға, ойоштороусыларға һәм ҡунаҡтарға сәләмләү һүҙе менән мөрәжәғәт итте. «Тарихи герой Салауат Юлаевтың һәм бөтә донъяға билдәле, Көнсығыштың бөйөк улы Мостай Кәримдең тыуған еренә» килеүемә бик шатмын, тип билдәләне ул. Жюри рәйесе, актер, режиссер, драматург, продюсер Владимир Грамматиков милли һәм этник кино фестивале тематикаһының мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Фестивалде асыу тантанаһы Конгресс-холл алдындағы майҙанда байрам салюты менән тамамланды.