4 декабрь, Йәкшәмбе

11 декабрь 2015 йыл, 10:33

Рөстәм Хәмитов медицина ярҙамының сифаты мәсьәләләре буйынса Волга буйы федераль округы Советы ултырышында ҡатнашты

фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2015 йыл, 11 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 10 декабрҙә Киров ҡалаһында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов медицина ярҙамының сифатын арттырыу мәсьәләләренә арналған Волга буйы федераль округы Советы ултырышында ҡатнашты. Уны Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич үткәрҙе.

2015 йылдың мартында Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Вероника Скворцова ҡатнашлығында киңәйтелгән округ кәңәшмәһе уҙҙы. Ул саҡта күтәрелгән мәсьәләләрҙең күбеһе Рәсәй Президентының Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә сағылыш тапты.

Атап әйткәндә, айырым финанслау менән эштең айырым йүнәлешенә юғары технологиялы медицина ярҙамын бүлеү тураһында һүҙ бара. Бөгөн илдә йылына 700 мең самаһы юғары технологиялы операция яһала, әммә был ғына етмәй, тип билдәләне Рәсәй Президентының тулы хоҡуҡлы вәкиле. Мөрәжәғәтнамәлә медицина учреждениелары селтәрен оптималләштереү темаһы ла яңғыраны.

Шулай уҡ медицина хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы мәсьәләһе күтәрелде. Ил Президентының «май указдарын» үтәү уны һиҙелерлек арттырырға мөмкинлек бирҙе, ләкин хеҙмәткә түләү кимәле араһында айырма барлыҡҡа килде.

Кәңәшмәлә һирәк осрай торған сирҙәр менән яфаланыусыларға медицина ярҙамын финанслау проблемаһын тикшерҙеләр. Ҡағиҙә булараҡ, уларҙы дауалау төбәк ҡаҙнаһына бик ҡиммәткә төшә. Милли медицина палатаһы президенты Леонид Рошаль белдереүенсә, төбәктәр был мәсьәләне үҙаллы хәл итә алмай, шуға күрә уны федераль кимәлдә ҡарарға кәрәк. Ул шулай уҡ илдә профессиональ медицина союздарын үҫтереүҙең мөһимлеген билдәләне.

Михаил Бабич дарыуҙарға хаҡтар ҡуйыуҙы контролдә тоторға кәрәклеген әйтеп үтте.

Диспансерлаштырыу ауырыуҙарҙы иҫкәртеү һәм халыҡтың үлемен кәметеү сараларының береһе булып тора. 2015 йылда төбәктә уны үткәреүҙә 89 медицина ойошмаһы ҡатнаша. Быйыл тикшереү өсөн 40 күсмә медицина бригадалары ойошторолған, 13 күсмә медицина комплексы йәлеп ителгән.