Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.31 ↑

EUR 61.50 ↓

27 апрель, Кесе йома

Уфа   °

Ер һәм мөлкәт министрлығы бәләкәй бизнесҡа ҡуртым һәм льготалы хосусилаштырыу буйынса ташлама менән ярҙам итәсәк

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 10 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Башҡортостандың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам күрһәтеү саралары комплексын әҙерләй. Урындағы эшҡыуарлыҡ проблемалары һәм административ кәртәләр буйынса түңәрәк өҫтәлдә ведомство башлығы Евгений Гурьев ошо хаҡта һөйләне.

Яҡын арала бизнесмендарға эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген алып барыуҙа ярҙам итергә тейешле бер нисә ҡарар ҡабул ителәсәк, тип хәбәр итте министр.

Улар иҫәбендә — ҡуртым буйынса ташламалар: беренсе йылда — йыллыҡ түләүҙән 40 процент, икенсе — 60, өсөнсө — 80, дүртенсе йылда 100 процент. Шулай уҡ проект бинаны капиталь ремонтлау буйынса сығымдарҙы ҡуртым иҫәбенә күсереү һәм түләүҙәрҙе тотҡарлаған өсөн пеня өҫтәмәү мөмкинлеген күҙ уңында тота. Төп бурысты түләгәндә штраф һалмау ҡаралған. 2016 йылдың 1 ғинуарынан 30 июненә тиклем пенялар — 100, 1 июлдән йыл аҙағына ҡәҙәр 50 процентҡа ғәфү ителә.

Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы ер участкаларын льготалы хосусилаштырыуҙы дауам итергә ниәтләй. 2015 йылдың 1 июленә тиклем ерҙе уның кадастр хаҡынан 25 процентҡа һатып алырға мөмкин ине. 1 июлдән 2016 йылдың 1 ғинуарына тиклем — 50, киләһе йылдың 1 июленә тиклем — 75 процентҡа. Бынан тыш, өс йылға бүлеп түләү тәҡдим ителә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть