Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.97 ↑

EUR 62.16 ↓

28 апрель, Йома

Уфа   °

Башҡортостанда шихандарҙан айырыуса һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре статусы алынмаясаҡ — Экология министрлығы

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 10 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы сайтында хәбәр ителеүенсә, Торатау менән Йөрәктауҙан айырыуса һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре статусын алыу өсөн хоҡуҡи нигеҙ юҡ. Тәбиғәттән файҙаланыу ведомствоһының аңлатмаһы бер нисә киң мәғлүмәт сараларында баҫылған мәҡәләләргә бәйле. Уларҙа күптән түгел бер юлы алты объекттан тәбиғәт ҡомартҡыһы статусын алыуҙары хаҡында яҙылған.

Республика һәм федераль әһәмиәттәге айырыуса һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре статусын ҡабатлау күҙәтелгән, тип аңлаталар министрлыҡ вәкилдәре. Алты тәбиғәт ҡомартҡыһы, улар араһында Шүлгәнташ мәмерйәһе лә бар, федераль әһәмиәттәге айырыуса һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре сиктәрендә, атап әйткәндә, Көньяҡ Урал ҡурсаулығы, «Шүлгәнташ» ҡурсаулығы һәм «Башҡортостан» милли паркы биләмәләрендә урынлашҡан. Рәсәйҙең Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы ошо тәбиғәт ҡомартҡыларын федераль әһәмиәттәге айырыуса һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре сифатында һаҡларға ҡарар иткән.

«Торатау менән Йөрәктау федераль әһәмиәттәге айырыуса һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре составына инмәй һәм тәбиғәт ҡомартҡылары булараҡ республика әһәмиәтендәге үҙ аллы айырыуса һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре булып тора. Тәбиғәт объекттары әһәмиәтен юғалтмағанлыҡтан, статусты алыу өсөн хоҡуҡи нигеҙ юҡ», — тиелә ведомствоның мәғлүмәтендә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть