Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.52 ↓

EUR 62.09 ↑

24 март, Йома

Уфа   °

Төбәктә банктар ипотека кредиттарын биреүҙе өстән бер өлөшкә кәметте

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 10 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Олеся Серёгина/.

Ғинуар-октябрь айҙарында банктар Башҡортостан халҡына 21,09 миллиард һумға 15,4 мең ипотека кредиттары биргән. Уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда төбәктә ипотека кредитлауы өстән бер өлөшкә кәмегән. Былтыр ғинуар-октябрҙә 32,05 миллиард һумға 22,03 мең ипотека кредиттары бирелгән. Бындай күрһәткестәр Үҙәк банктың республика бүлексәһендәге финанс статистикаһынан алынды.

1 ноябргә ипотека кредитлауы күләме буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында икенсе позиция биләй. Беренсе урында — Татарстан (27,99 миллиард һум). Өсөнсөлә — Һамар өлкәһе (19,08 миллиард һум).

Уртаса алғанда быйыл республикала ипотека кредиттары 14 йылға йылына 13,9 процент менән бирелгән. 2014 йылдың ғинуар-октябрь айҙарындағы уртаса күрһәткестәр — 15 йыл һәм 12,5 процент.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть