11 декабрь, Йәкшәмбе

10 декабрь 2015 йыл, 14:04

Башҡортостанда йәш эшҡыуарҙар бизнесҡа ярҙам итеү өсөн 250 мең һум күләмендә грант алды

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 10 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостанда йәш эшҡыуарҙар бизнесҡа ярҙам итеү өсөн 250 мең һум күләмендә грант алды. Өфөләге «ВДНХ-Экспо» майҙансығында «Һин — эшҡыуар» федераль программаһының йомғаҡлау форумы уҙҙы. Сараны республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы ойошторҙо.

«Форумға үҙ эшен асыу теләге менән Өфөнән, Нефтекаманан, Салауаттан, Күмертауҙан, Стәрлетамаҡтан, Ҡырмыҫҡалынан, Бөрйәндән, Сибайҙан 200-гә яҡын кеше килгән. Шуныһы ҡыуаныслы: бөгөн йәш эшҡыуарҙарҙы әҙерләүгә системалы ҡараш булдыра башланыҡ. Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡтан финанс бүленгән. Залдағыларҙың бер өлөшө үҙ бизнесын асҡан, — тип мөрәжәғәт итте ҡатнашыусыларға төбәктең йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта. — Республикалағы йәштәр вәкиллеге — Волга буйы федераль округында иң ҙуры, шуға күрә беҙ һәр саҡ беренсе булырға тейеш».

Министр ҡатнашыусыларҙы 2011 йылдан республикала ғәмәлдә булған «Һин — эшҡыуар» программаһы буйынса һөҙөмтәле эшләү өсөн үҙ-ара бәйләнеш булдырырға саҡырҙы.

«Беҙ форумда 2014 йылғы программала ҡатнашҡан 10 йәш эшҡыуарға үҙ бизнестарына ярҙам күрһәтеүгә 250 мең һум күләмендәге сертификаттар тапшырҙыҡ. Шулай уҡ 2015 йылдың биш конкурсанты 95 мең һумлыҡ грант аласаҡ. Республика өсөн ошонда йыйылған йәштәр — 10 йылға иҡтисади тотороҡлоҡ киләсәге ул, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды программаның төбәк координаторы Елена Петрова. — Ойошҡанлы юридик берәмектәр, эш урындары, төҙөлгән килешеүҙәр һаны һәм бюджетҡа түләнгән һалымдың дөйөм суммаһы проекттың төп һөҙөмтәһе булырға тейеш».

«Һин — эшҡыуар» форумында ойошторолған дискуссия майҙансыҡтарында ғәмәлдәге эшҡыуарҙар уңыштарының тарихы менән бүлеште. Һуңынан Өфө, Мәскәү һәм Төмән ҡалалары эшҡыуарҙары, тренерҙары йәштәр өсөн оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе.