7 декабрь, Шаршамбы

10 декабрь 2015 йыл, 12:38

Палдискиҙа башҡорт делегацияһы ҡала хакимиәте етәкселеге менән Салауат Юлаев музейының экспозицияһын яңыртыу мәсьәләһен тикшерә

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 10 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Эстонияла башҡорт делегацияһы Палдиски ҡалаһы хакимиәте етәкселеге менән Салауат Юлаев музейының экспозицияһын яңыртыу мәсьәләһен тикшерә. Бынан тыш, ҡала мэры Тийт Пеэду менән осрашыу барышында башҡорт халҡының милли батыры һәм уның атаһы Юлай Аҙналиндың һуңғы төйәгенән тупраҡ алып ҡайтыу мөмкинлеге ҡарала. Ул Салауат Юлаевтың тыуған ауылындағы «Таш тирмә» мемориаль комплексына ҡуйыласаҡ.

Палдиски үҙенең тарихи яҙмышы менән Башҡортостанға бәйле. Ҡала етәкселеге Эстлянд губернияһы Рогервик ҡәлғәһендә атаһы менән ғүмерлек һөргөндә ғазап сиккән Салауат Юлаев хаҡында хәтерҙе һаҡлай.

Әлеге сәфәр «Салауат Юлаевтың иҫтәлекле урындары буйлап» республика программаһына ярашлы ойошторолған. Башҡортостан делегацияһы составына Башҡортостан Милли музейының генераль директоры Ғәли Вәлиуллин, музейҙың рәссамы Анатолий Фадеев, Салауат районы Советы рәйесе, «Янғантау» шифаханаһы директоры урынбаҫары Ринат Әбдрәшитов һәм Салауат районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Владислав Килдейәров ингән.

Эстониялағы коллегалар менән эшлекле осрашыуҙар барышында Башҡортостан менән Эстония араһында туризмды үҫтереү, уҡыусылар һәм йәштәр делегациялары менән алмашыу мәсьәләләре тикшереләсәк. Шулай уҡ Палдиски ҡалаһының рус гимназияһы уҡытыусылары һәм уҡыусылары, Салауат Юлаев исемендәге Палдиски клубы ағзалары менән осрашыу ҡаралған. Программа сиктәрендә Башҡортостан делегацияһының Рәсәйҙең Таллинн ҡалаһындағы вәкиллеге, Эстонияның Мәҙәниәт министрлығы вәкилдәре менән осрашыуы, «Ағиҙел» башҡорт мәҙәни ойошмаһы эшмәкәрлегенең 15 йыллығына арналған йыйылышта ҡатнашыуы планлаштырылған, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитетының матбуғат хеҙмәтендә.