8 декабрь, Кесе йома

10 декабрь 2015 йыл, 11:31

Яңы йылда рәсәйҙәрҙе йәнә оҙайлы каникулдар көтә

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 10 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Рәсәйҙәрҙе ун көнлөк Яңы йыл каникулдары көтә. Рәсәй Хеҙмәт кодексының 112-се статьяһына ярашлы, 1, 2, 3, 4, 5, 6 һәм 8 ғинуар — Яңы йыл каникулдары, 7 ғинуар — Христос Раштыуаһы — байрам көндәре булып иҫәпләнә.

2016 йылда 2 һәм 3 ғинуар байрам ял көндәре шәмбегә һәм йәкшәмбегә тура килә. Хеҙмәткәрҙәр тарафынан ял һәм байрам көндәрен рациональ файҙаланыу маҡсатында, Рәсәй Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, шәмбе, 2 ғинуарҙағы ял көнө шишәмбе, 3 майға, йәкшәмбе, 3 ғинуарҙағы ял дүшәмбе, 7 мартҡа күсерелә.  

Шулай итеп, биш көнлөк эш аҙнаһында 2016 йылдың 1, 2, 3, 4, 5, 6, 7, 8, 9 һәм 10 ғинуары — ял көндәре. 31 декабрҙә эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара, тип хәбәр итә Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.