9 декабрь, Йома

10 декабрь 2015 йыл, 10:39

Рөстәм Хәмитов «Һуғыш һәм солох. Роман уҡыйбыҙ» әҙәби марафонында ҡатнашты

фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2015 йыл, 10 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһының «Һуғыш һәм солох. Роман уҡыйбыҙ» әҙәби марафонында ҡатнашты. Проект сиктәрендә республика етәксеһе Лев Толстойҙың романынан дәүләт хеҙмәтенә арналған өҙөктө уҡыны.

«Һуғыш һәм солох. Роман уҡыйбыҙ» проекты Әҙәбиәт йылын тамамлай һәм китаптың тәүге баҫмаһының 150 йыллығына бағышланған. 8 декабрҙән 11-нә тиклем әҫәрҙе «Рәсәй Мәҙәниәт» телеканалы, «Маяҡ» радиостанцияһы эфирында, шулай уҡ интернетта тура эфирҙа уҡыйҙар. Әҙәби марафонда ҡатнашыуға төрлө илдәрҙән һәм ҡалаларҙан 5 372 ғариза килгән. Мөхәррирҙәр романды уҡыу өсөн 1 300-ҙән ашыу кешене һайлап алған. Улар иҫәбендә актерҙар, режиссерҙар, телевидение һәм радио алып барыусылары, сәйәсмәндәр, спортсылар, ғалимдар, дәүләт эшмәкәрҙәре, төрлө һөнәр эйәләре бар. Шулар араһында – Башҡортостандан 16 вәкил. Ойоштороусылар фекеренсә, марафон рус классигының бөйөк әҫәренә ҡыҙыҡһыныу уятырға тейеш.