5 декабрь, Дүшәмбе

10 декабрь 2015 йыл, 10:09

Стәрлетамаҡтан физика уҡытыусыһы адронлы коллайдерҙа булды

фото: «Стәрлетамаҡ эшсеһе» гәзите

ӨФӨ, 2015 йыл, 10 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Олеся Серёгина/. 3-сө башҡорт лицей-интернатының физика уҡытыусыһы Илдар Ҡаҙнабаев Швейцарияла Ҙур адронлы коллайдерҙа булып ҡайтты, тип яҙа «Стәрлетамаҡ эшсеһе» гәзите.

«Ике йыл элек Швейцарияла физика уҡытыусылары өсөн мәктәп барлығын белеп ҡалдым. Ғариза биреп, һайлап алыуҙы үттем (бер урынға биш кеше) һәм CERN ойошмаһына эләктем. CERN — Европа ядро тикшеренеүҙәре ойошмаһы, донъялағы ҙур юғары энергия физикаһы лабораторияһы. Унда физика уҡытыусыларын хәҙерге заман фәненең мөһим йүнәлештәре, CERN-дың интеллектуаль һәм техник ҡеүәте менән таныштырыу өсөн мәктәп ойошторғандар», — тип хәбәр итте Илдар Ҡаҙнабаев.

Уҡытыусы һүҙҙәренсә, программа күп яҡлы булған. Уҡытыусылар Ҙур адронлы коллайдерҙа тәжрибәләр менән танышҡан, экскурсияларға йөрөгән. Билдәле ғалимдар элементар өлөшсәләр физикаһы, космология, тиҙләткестәр һәм өлөшсәләр детекторы буйынса лекциялар уҡыған.

2006 йылдан CERN физика уҡытыусылары өсөн милли программалар ойоштора. Йыл һайын төрлө сараларҙа донъяның байтаҡ илдәренән 1000-дән ашыу уҡытыусы ҡатнаша. Фәнни мәктәптең маҡсаты — йәштәр араһында фундаменталь физиканы популярлаштырыу. Быйыл илдең физика уҡытыусылары өсөн фәнни мәктәпте Европа ядро тикшеренеүҙәре ойошмаһы менән берлектә Берләштерелгән ядро тикшеренеүҙәре институты һәм М.В Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының милли интеллектуаль резерв үҙәге ойошторҙо.

темалар: мәғариф, фән