10 декабрь, Шәмбе

09 декабрь 2015 йыл, 18:17

«Быуын» республика конкурсының Гран-приһына Бәләбәйҙән Петровтар ғаиләһе лайыҡ булды

фото: автор фотоһы

ӨФӨ, 2015 йыл, 9 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. 9 декабрҙә Өфөлә, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театрында, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр тәрбиәләгән ғаиләләр араһында «Быуын» II республика фестивале уҙҙы. Сараны ойоштороусы булып «Әсә йөрәге» төбәк йәмәғәт ойошмаһы сығыш яһаны.

Конкурста Өфө, Бәләбәй ҡалаларынан, Илеш, Миәкә, Нуриман һәм Әлшәй райондарынан алты ғаилә ҡатнашты. Һәр командала — бер юлы өс быуын вәкиле. Театр фойеһында шәжәрәләр күргәҙмәһе ойошторолдо, ҡатнашыусылар традициялар, йәшәү рәүеше хаҡында һөйләне, жюри ағзаларын ғаилә һәм милли ризыҡ менән һыйланы. Балалар, уларҙың ата-әсәләре, олатай-өләсәйҙәр үҙҙәренең ижади һәм артислыҡ һәләттәрен күрһәтте. Башҡорт, рус, татар, сыуаш, үзбәк халҡының тарихы, мәҙәниәте һәм милли традициялары менән таныштырҙы.

«Илемпи» исемле иң ҙур команда Бәләбәйҙән Петровтар ғаиләһе булды. Команда башлығы, өләсәй Нина Петрова — атҡаҙанған уҡытыусы һәм Бәләбәй районында үҙешмәкәрлектә әүҙем ҡатнашыусы: «Илем» сыуаш фольклор ансамблендә сығыш яһай. Улы Алексейҙың ғаиләһендә игеҙәк Даша һәм Глеб үҫә, ҡыҙҙары Даун синдромлы булып тыуған. Килене Зөлфиәнең апаһы туғандарына конкурста ярҙам итергә килгән. «Бөгөн «үҙенсәлекле» балалар тәрбиәләгән ғаиләләр өсөн күркәм байрам булды, бигерәк тә Дашаның тәьҫораттары бик күп. Әлегә ул насар һөйләшә, әммә матур бейей», — тине ҡатнашыусылар. Петровтар ғаиләһе бәйгелә беренсе урын алды.

Конкурста ҡатнашыусыларҙың барыһына ла дипломдар һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды.