8 декабрь, Кесе йома

09 декабрь 2015 йыл, 17:20

Башҡортостан — һатып алыуҙарҙың асыҡлығы буйынса милли рейтингта лидер

фото: Башҡортостан Иҡтисади үҫеш министрлығының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2015 йыл, 9 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. 7 декабрҙә Мәскәүҙең сауҙа-сәнәғәт палатаһында «Һатып алыуҙарҙың асыҡлығы буйынса милли рейтинг-2015» проектына йомғаҡ яһау тантанаһы булды. Башҡортостан сираттағы тапҡыр Мәскәү һәм Липецк өлкәһе менән бер рәттән «Гарантиялы асыҡлыҡ» категорияһында лидер статусын раҫланы. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына республика Иҡтисади үҫеш министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр.

Бойондороҡһоҙ эксперттар 3,1 миллиондан ашыу һатып алыу процедураларын ҡараған. Уларҙың дөйөм күләме 5,6 триллион һум самаһы тәшкил иткән.

Проект Иҫәп палатаһы, Иҡтисади үҫеш министрлығы, Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәт һәм Дәүләт Думаһының профилле комитеттары ярҙамында уҙғарыла. Рейтинг һөҙөмтәләре төбәктәрҙең һатып алыуҙар өлкәһендәге контракт системаһының мөһим элементтарын үҫтереүҙә дөрөҫ йүнәлеш һайлауын раҫлай, тип билдәләнеләр проектты ойоштороусылар.