7 декабрь, Шаршамбы

09 декабрь 2015 йыл, 15:27

Өфөнөң Ҡулса урамында тротуарҙар төҙөкләндереләсәк

фото: асыҡ сығанаҡ

ӨФӨ, 2015 йыл, 9 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Киләһе йылда Өфөнөң Ҡулса урамында тротуарҙар төҙөкләндереләсәк. Ҡаланың коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығы юл эштәрен башҡарыу өсөн подрядсы эҙләй. Контракттың максималь хаҡы — 5 миллион һум.

Тендер документтары буйынса ремонт Тыныслыҡ урамы менән киҫелештән алып Александр Невский урамына тиклемге участкала планлаштырылған. Тыныслыҡ урамынан алып Ульяновтар урамына тиклемге участкала — таҡ яҡ, Рыбаков урамынан Боткин урамына тиклем йоп яҡ, Боткиндан А.Невский урамына тиклем ике яҡ та яңыртыласаҡ.

Проект тротуарға асфальт-бетон ҡатнашмаһын түшәүҙе һәм бордюр менән биҙәүҙе күҙ уңында тота. Ремонт эштәре киләһе йылда йылы миҙгелдә башҡарылырға тейеш.