4 декабрь, Йәкшәмбе

09 декабрь 2015 йыл, 14:47

Баш ҡалала артистар һәм яҙыусылар социаль учреждениелар өсөн урындағы баҫмаларға яҙылды

фото: Федераль почта хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы

ӨФӨ, 2015 йыл, 9 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостанда Баш почтамттағы акция барышында мәҙәниәт эшмәкәрҙәре урындағы баҫмаларға яҙылды. 3 декабрҙән 13-нә тиклем илдә матбуғатҡа яҙылыу декадаһы бара, Рәсәй почтаһы ярайһы уҡ ташламалар яһай. Мәҫәлән, федераль баҫмаларҙы килтереү — биш, урындағы гәзит-журналдарҙы ташыу 10 процентҡа кәмей. Рәсәйҙең Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығында раҫланған исемлектәге социаль әһәмиәтле баҫмаларға 15 процентлыҡ ташлама ҡаралған.

Өфөләге Баш почтамтта хәйриә акцияһы уҙҙы, унда яҙыусылар һәм театр эшмәкәрҙәре ҡатнашты. Улар үҙҙәре һәм социаль учреждениелар өсөн 50-нән ашыу баҫмаға яҙылды. «Ағиҙел», «Башҡортостан уҡытыусыһы», «Бельские просторы», «Аманат» журналдары, «Башҡортостан» һәм «Йәшлек» гәзиттәре популярлыҡ менән файҙаланды. «Һәнәк» юмористик журналы һәм «Аҡбуҙат» балалар баҫмаһына яҙылыусылар бик күп булды.

«Акцияла Башҡорт драма театрының художество етәксеһе Олег Ханов, актриса һәм уҡытыусы Таңсулпан Бабичева, әҙиптәр Марсель Сәлимов һәм Ирек Кинйәбулатов, архитектор Урал Ураҡсин һәм башҡа билдәле кешеләр ҡатнашты», — тип хәбәр иттеләр Федераль почта хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәтендә.