6 декабрь, Шишәмбе

09 декабрь 2015 йыл, 13:40

Рәсәй киноһы йылының рәсми логотибы раҫланды

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 9 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Рәсәйҙең Мәҙәниәт министрлығы Рәсәй киноһы йылының рәсми логотибын эшләне. Ведомствоның рәсми сайтында хәбәр ителеүенсә, унда йыртмалы билет һәм Рәсәй флагы төҫөндәге өс дүртмөйөш һүрәтләнгән. Рәсми символика кино индустрияһының бөтә өлөштәрен сағылдыра — продакшн (кинопленка), дистрибуция (экрандар) һәм тамашасылар (билет).

«Логотипта кинематографистар быуынының күсәгилешлелеге, иҫке һәм яңы технологиялар сағыла. Һул яҡта кино төшөрөүҙе символлаштырған һәм илдәге кинематографияның иң яҡшы традицияларын һаҡлауҙың мөһимлеге хаҡында һөйләгән кинопленканы күрергә мөмкин, — тип билдәләне Рәсәй Мәҙәниәт министрлығының матбуғат секретары Елизавета Анисимова. — Шул уҡ ваҡытта һул яҡта кино донъяһына асылған өс тәҙрә — экрандар. Образ осраҡлы һайланмаған, сөнки Кино йылының төп проекты — Рәсәйҙең бәләкәй ҡалаларында кинотеатрҙар селтәрен үҫтереү. Бынан тыш, ҡыҙыл һәм күк тәҙрәләрҙе 3D-күҙлек булараҡ ҡабул итергә мөмкин. Был — кинематографта инновациялар образы».

2015 йылдың 7 октябрендә Рәсәй Президенты Указы менән киләһе йыл Рәсәй киноһы йылы тип иғлан ителде. Уның сиктәрендә төбәктәрҙә һәм тәү сиратта халҡы 100 мең кешенән артмаған бәләкәй ҡалаларҙа кино күрһәтеү системаһын үҫтереүгә айырым иғтибар биреү күҙ уңында тотола.