8 декабрь, Кесе йома

09 декабрь 2015 йыл, 12:21

Бөгөн Рәсәй Ватан Геройҙары көнөн билдәләй

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 9 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Бөгөн Рәсәй Ватан геройҙары көнөн билдәләй. Яңы иҫтәлекле дата календарҙа 2007 йылдың 28 февралендә, Рәсәй Президенты Владимир Путин тейешле федераль законға ҡул ҡуйғандан һуң, барлыҡҡа килде. 9 декабрь осраҡлы һайланмаған, сөнки тап ошо көндә (иҫке стиль буйынса 26 ноябрь) 1769 йылда императрица Екатерина II Изге Георгий орденын булдырған. Һуғышта ҡаһарманлыҡ күрһәткән яугирҙәр ошо награда менән бүләкләнгән. 1917 йылға тиклем был көндә Рәсәйҙә Георгий кавалерҙары байрамы билдәләнгән. Хәҙер 9 декабрҙә Советтар Союзы Геройҙарын, Рәсәй Геройҙарын, Изге Георгий һәм Дан ордены кавалерҙарын хөрмәтләйҙәр.

Яңы байрам хәрби батырлыҡтар һәм Рәсәй армияһы Геройҙары тарихын берләштерергә, йыш ҡына үҙ ғүмерен фиҙа ҡылып, Тыуған иле хаҡына батырлыҡ ҡылған кешеләр тураһында хәтергә төшөрөргә тейеш.

Советтар Союзы Геройы һәм Рәсәй Геройы исемен алған — 305, Дан ордендарының тулы кавалеры булған 37 кешенең исеме Башҡортостан менән бәйле. Берәүҙәр республикала тыуған һәм һуғыштан һуң шунда йәшәгән, икенселәр яу яландарында башын һалған, өсөнсөләр башҡа сәбәптәр буйынса өйҙәренә әйләнеп ҡайтмаған, дүртенселәр, киреһенсә, демобилизацияланғандан һуң килеп төпләнгән.

Әлеге ваҡытта республикала берҙән-бер Рәсәй Геройы — Рәсәйҙең Ҡораллы Көстәре майоры, Чечен һуғышында ҡатнашыусы Николай Анатольевич Злобин йәшәй. Ул 1976 йылдың 16 июлендә Алматы ҡалаһында тыуған. 1997 йылда Ҡаҙағстан Республикаһы Ҡораллы Көстәренең Юғары сик буйы команда училищеһын тамамлаған. 2002 йылдан — Рәсәй Эске эштәр министрлығының эске ғәскәрҙәрендә.

Был көндә республиканың барлыҡ муниципалитеттарында ла тантаналы саралар ойошторола. Һәләк булған яугирҙәрҙең һәйкәлдәренә сәскәләр һалына.