4 декабрь, Йәкшәмбе

09 декабрь 2015 йыл, 11:27

Республикала теплицала үҫтерелгән йәшелсәләрҙе һатыу буйынса берҙәм логистик үҙәк төҙөлә

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 9 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Башҡортостан аграрийҙары сит ил ауыл хужалығы продукцияһын үҙебеҙҙекенә алмаштырыу буйынса эште әүҙемләштерә. Айырыуса теплицала йәшелсә үҫтереүселәрҙең эштәре һәйбәт бара. Атап әйткәндә, Туймазы районында урындағы йәшелсәселәр муниципалитет хакимиәте менән берлектә продукция етештереү һәм һатыуҙың һөҙөмтәлелеген күтәреү буйынса стратегия билдәләгән. Был ябыҡ тупраҡта йәшелсә үҫтереүҙе ғилми-механизацияланған нигеҙгә күсереү, теплицаларҙы йылытыуҙы яңыртыу һәм берҙәм логистик үҙәк аша сауҙа системаһын булдырыу.

Район хакимиәтендә хәбәр итеүҙәренсә, берҙәм логистик үҙәктең функцияларын «Туймазы» крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары ассоциацияһы ағзалары ойошторған кооператив үтәйәсәк. Тәжрибә туплағандан һуң үҙәк ассоциацияға ингән 56 хужалыҡтың ғына түгел, бөтә теләүселәрҙең дә йәшелсәләрен һатыуҙы тәьмин итәсәк.

Әлеге ваҡытта Төмәнәк ауыл советы биләмәһендә майҙаны 648 квадрат метрлыҡ йәшелсә һаҡлағысҡа нигеҙ һалынған. Шундай йәшелсә һаҡлағыс Иҫке Туймазы ауылында ла төҙөлгән һәм хәҙер юридик яҡтан рәсмиләштерелә. Объекттар файҙаланыуға тапшырылғас, йәшелсәселәр кәбеҫтә өсөн ябыҡ тупраҡ майҙандарын киңәйтә башлаясаҡ. Киләсәктә кооператив шәхси ярҙамсы хужалыҡтарға, фермерҙарға заявка бирәсәк һәм улар үҙҙәренең продукцияһын йәшелсә һаҡлағыстарға килтерә аласаҡ. Артабан Туймазы логотибы төшөрөлгән продукция республикала ғына түгел, унан ситтә лә һатыласаҡ. Бөгөнгә «Полушка», «Байрам», «Челны-хлеб», «Молния» сауҙа селтәрҙәрен теплица продукцияһы менән тәьмин итеү яйға һалынған. Ошо көндәрҙә ҙур партия Мәскәүгә ебәрелгән, тип билдәләнеләр муниципалитетта.