3 декабрь, Шәмбе

09 декабрь 2015 йыл, 10:13

Өфөлә китап сығарыуҙың яңы технологияһын һынап ҡаранылар

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 9 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Камил Хәсәнов/. Билдәле журналист Вячеслав Завьялов китап уҡыусыларға «Общественная электрогазета» һәм «Республика Башкортостан» гәзиттәрендә баҫылған мәҡәләләренән торған «Мысли вслух: чужие и свои» тигән китабын тәҡдим итте. Был йыйынтыҡ — Өфө авторының Ridero нәшриәт платформаһы ярҙамында донъя күргән тәүге китабы.

Платформа 2014 йылдан эшләй һәм традицион китап сығарыу индустрияһын ҡыҫырыҡланы. Сервис һәр авторға баҫтырыу өсөн текст тәҡдим итергә генә түгел, ә әҙер продукт булдырырға мөмкинлек бирә. Электрон вариант «Amazon», «Озон», «ЛитРес» онлайн-магазиндары, шулай уҡ башҡа китап һатыу сайттары аша бөтә мобиль ҡоролмалар өсөн форматтарҙа һатыла. Электрон китаптың хаҡын автор үҙе билдәләй. Ҡағыҙ китаптың хаҡын платформа ҡуя. Теләгән кеше күпме кәрәк, шунса данала заказ бирә ала.

«Киләсәктә ошо форматҡа өҫтөнлөк биреләсәк тип иҫәпләйем, — тип һөйләне Вячеслав Завьялов «Башинформ» агентлығына. — Бында һин берәүгә лә бәйле түгелһең, нимә теләйһең, шуны һайлап алаһың». Уның фекеренсә, яңы формат танылған, шулай уҡ башлап яҙыусы авторҙарға ла ҡыҙыҡлы буласаҡ. Тәүгеләре нәшерсе алдындағы бурыстарҙан азат һәм электрон һатыуҙан килгән бөтә аҡсаны ала аласаҡ. Икенселәре тәнҡитселәргә күрһәтеү өсөн 5-7 данала ғына баҫтыра ала.

«Мысли вслух» китабына Вячеслав Завьяловтың бер нисә йыл буйына «Общественная электрогазета» өсөн яҙған мәҡәләләре ингән. Был гәзиттә донъя күргән мәҡәләләрҙән төҙөлгән беренсе йыйынтыҡ түгел. Быйыл яҙ Азамат Сәйетовтың «В краю несгибаемых кураев» китабы баҫылып сыҡты. «Бөтә материалдарымды бергә туплап, йомғаҡ яһау идеяһы миндә күптән бар ине, — тине Вячеслав Завьялов. — Мин гәзитсе, ҡағыҙға өйрәнгәнмен. Ә гәзиттәрҙең барыһын да һаҡлап булмай».