Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.83 ↓

EUR 69.29 ↑

13 декабрь, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостанда Ватан Геройҙары көнө уңайынан саралар уҙғарыла

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 8 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

Башҡортостанда Ватан Геройҙары көнөнә арналған байрам саралары уҙғарыла. 9 декабрҙә Туймазы районы хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм буйынса бүлеге ошо иҫтәлекле датаға бағышланған «Һәр ваҡыт иҫтә тоторға!» социаль акцияһын ойоштора. Туймазы ҡалаһында һәм ҡасабаларҙа студенттар һәм уҡыусылар районда тыуып үҫкән Советтар Союзы Геройҙары, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар тураһында мәғлүмәттәр яҙылған листовкалар, өс мөйөшлө хаттар таратасаҡ.

Уҡыу йорттарында Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, хеҙмәт, хәрби хәрәкәттәр һәм хәрби хеҙмәт ветерандары ҡатнашлығында балалар һәм йәштәр акциялары уҙғарыла. Мәҙәниәт учреждениелары тематик кисәләр һәм концерттар үткәрәсәк.

Райондың бөтә ауыл биләмәләрендә лә тантаналы саралар ойошторола. Был көндә һәләк булған яугирҙәрҙең һәйкәлдәренә сәскәләр һалынасаҡ, тип хәбәр иттеләр муниципалитет хакимиәтендә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть