11 декабрь, Йәкшәмбе

08 декабрь 2015 йыл, 17:14

Киләһе йылда страховкалау һәм социаль пенсиялар дүрт процентҡа арта

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 8 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. 2016 йылда страховкалау һәм социаль пенсиялар дүрт процентҡа арта. Дәүләт Думаһы өсөнсө уҡыуҙа «Рәсәй Пенсия фондының 2016 йылға бюджеты тураһында»ғы федераль закон проектын ҡабул итте.

Рәсәй Пенсия фондының бюджетында 2016 йылдың 1 февраленән эшләмәгән пенсионерҙарҙың страховкалау пенсияларын 4 процентҡа индексациялауға сығымдар һалынған. 2016 йылда страховкалау пенсияһына билдәләнгән түләү 1 февралдән 4 процентҡа  индексациялана. Индексациялауҙан һуң билдәләнгән түләүҙең күләме айына 4 558,93 һум тәшкил итәсәк, пенсия балының хаҡы — 74,27 һум (2015 йылда — 71,41).

2016 йылда ҡартлыҡ буйынса страховкалау пенсияһының уртаса йыллыҡ күләме 13 132 һум буласаҡ, был пенсионерҙың йәшәү минимумына 149,2 процент тура килә.

2016 йылдың 1 апреленән социаль пенсияның күләме 4 процентҡа индексациялана. Һөҙөмтәлә киләһе йылда уның уртаса күләме 8562 һум тәшкил итәсәк.

Пенсия фондында билдәләүҙәренсә, уҙған йылдарҙағы кеүек үк, 2016 йылда Рәсәйҙә айлыҡ килеме йәшәү минимумынан аҙыраҡ булған пенсионерҙар булмаясаҡ. Эшләмәгән пенсионерҙарҙың барыһына ла йәшәү минимумы кимәленә тиклем социаль өҫтәмәләр түләнәсәк. 2,7 миллион кешенең пенсияһына федераль ҡаҙнанан социаль өҫтәмәләр өсөн 2016 йылға Рәсәй Пенсия фонды бюджетына 44,3 миллиард һум аҡса һалынған.

темалар: пенсия фонды