4 декабрь, Йәкшәмбе

08 декабрь 2015 йыл, 16:23

Өфө Яңы 2016 йылды ҡаршыларға әҙерләнә

фото: автор фотоһы

ӨФӨ, 2015 йыл, 8 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Өфө Яңы 2016 йылды ҡаршыларға әҙерләнә. 8 декабрҙә муниципалитет кәңәшмәһендә Өфө хакимиәтенең мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса идаралығы начальнигы Исламетдин Мәмбәтов Яңы йылға планлаштырылған саралар хаҡында һөйләне.

Ҡала райондарында 19 боҙ ҡаласығы төҙөлә. Боҙло һындарҙы эксклюзив яҡтыртҡыстар биҙәйәсәк. Яңы йыл композицияларында киләһе йылдың символы — Маймыл сағылыш табасаҡ.

20 декабрҙән бөтә мәҙәниәт учреждениеларында, театрҙарҙа, музейҙарҙа һәм парктарҙа Яңы йыл тамашалары, кисәләр, концерттар ойошторола. Башҡортостан Башлығы шыршыһы 22 декабрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында уҙа. Шунда уҡ 23 декабрҙә Баш ҡала һәм социаль шыршы үткәрелә. 24 декабрҙә В.И.Ленин исемендәге майҙанда Үҙәк баш ҡала шыршыһын асыу тантанаһы ҡаралған.

31 декабрҙә республиканың Рус дәүләт академия драма театры алдында күңел асыу программаһы ойошторола. Байрам киске сәғәт 9-ҙа башлана һәм төнгө 2-лә фейерверк менән тамамлана.

25 декабрҙән 10 ғинуарға тиклем В.И.Ленин исемендәге майҙанда Раштыуа йәрминкәһе уҙғарыла. Өфөләр һәм баш ҡала ҡунаҡтары ғаилә менән ял итә, байрам сувенирҙарын һатып ала аласаҡ.

Раштыуа каникулдарында Өфөлә арзан хаҡҡа Яңы йыл метроавтобустары йөрөйәсәк. Ҡунаҡханалар, музейҙар, боҙ ҡаласыҡтары эргәһендә туҡталыштар ҡаралған, унда теләгән һәр кем экскурсияға ҡушыла ала, тип билдәләнеләр баш ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә.

темалар: яңы йыл